Здесь вы найдете слова песни AY YOLA - Kil Kotom. Наши пользователи находят тексты песен из различных источников в интернете, также добавялют самостоятельно. Вы можете скачать текст песни AY YOLA - Kil Kotom и его перевод.
Также вы можете добавить свой вариант текста «Kil Kotom» или его перевод для сайта Pesni.net!
Урал ерендә борон
Ырыуҙар йәшәгән
Урал батырҙың
Янында ойошҡан
Урал ҡот биргән беҙгә
Иман биргән Һомай
Ошо байлыҡты
Һәр ғаилә һаҡлай
Ҡайт, ҡотом
Ҡотом, кил дә!
Ағын һыуҙай ағып кил
Аҡ балыҡтай йөҙөп кил дә!
Айғыр булып кешнәп кил
Һыйыр булып мөңрәп кил дә!
Уңдан да кил, һулдан кил
Ерҙән дә кил, күктән дә кил!
Ҡайт, ҡотом
Ҡотом, кил!
Тарихтар төпкөлөнән
Әсә һөтөнә һеңгән
Бел шәжәрәңде
Бел ырыуыңды
Ошо аманат менән
Беҙҙең халыҡ йәшәй
Рәхмәтле булып
Күктәрҙе данлай
Ҡайт, ҡотом
Ҡотом, кил дә!
Ағын һыуҙай ағып кил
Аҡ балыҡтай йөҙөп кил дә!
Айғыр булып кешнәп кил
Һыйыр булып мөңрәп кил дә!
Уңдан да кил, һулдан кил
Ерҙән дә кил, күктән дә кил!
Ҡайт, ҡотом
Ҡотом, кил!
Вы можете предложить свой вариант текста песни «Kil Kotom» AY YOLA с аккордами или табами.
Также принимается перевод песни «Kil Kotom».
Если вы не нашли что искали, то можете просмотреть все тексты песен исполнителя AY YOLA или воспользоваться поиском по сайту.